МОРАҘЫМДА БАР…

МОРАҘЫМДА БАР…

Ауырғазы районының Мораҙым ауылында башҡорттар араһындағы беренсе осоусы-һынаусы Ғәли Ишмырҙинға һәйкәл-стела ҡуйылған. Дүрт метр бейеклектә торбаға беркетелгән «Як-42» самолеты ел ыңғайына үҙ күсәре тирәләй әйләнә. Үҙенсәлекле һәйкәл ауыл оҫтаһы Сынтимер Сафиндың проекты.

Сынтимер ағай менән һөйләшеү, әлбиттә, уның талантының тамырҙары — ата-бабалары тураһында хәтергә төшөрөүҙән башланды. Уның олатаһы Алламорат үткән быуаттың тәүге яртыһында йәшәгән, даны тирә-яҡҡа таралған оҫталарҙың береһе булған. Мораҙым крәҫтиәне мал-тыуарын да аҫраған, йорт-ҡураһын да ипле тотҡан. Уның ауыл хужалығы «техникаһы», ҡоролмалары ла ауылдаштарыныҡынан ҡырҡа айырылған. Эштең һөҙөмтәлелеген арттырыу, кешегә һәм атҡа төшкән физик ауырлыҡты кәметеү өсөн үҙе тарафынан уйлап табып йәтешләнгән булған улар. Әлбиттә, Совет власы Алламоратты ла башҡалар менән «тигеҙләгән». Ләкин оҫта яңы заманда ла юғалып ҡалмаған, ҡулдары мөғжизә тыуҙырыуҙы дауам иткән. Иң мөһиме, олаталарының оҫталығы ейәндәре ҡулына күскән. Бөгөн Мораҙым халҡы йорт төҙөү, машина-трактор ремонтлау, мәсеттәргә манаралар ҡуйыу кеүек етди эштәрҙе Алламораттың ейәне Сынтимер ағайға ышанып тапшыра. Бала сағында уҡ тартыла ул олатаһы шөғөлөнә. Мәктәптәге хеҙмәт дәрестәрен көтөп ала. Ошонда ул тәүге тапҡыр ултырғыс, өҫтәл, башҡа йорт кәрәк-яраҡтары, ағастан башҡа әйберҙәр эшләүҙә оҫталығын камиллаштыра. Уҡытыусыһы һәр саҡ Сынтимерҙе тырышлығы, эште урынына еткереп, сифатлы башҡарғаны өсөн маҡтай. Әрменән һуң мәктәп директоры Сынтимергә физкультуранан уҡытырға тәҡдим итә. Дүрт йыл эшләй ул мәктәптә. Һәйбәт эшләй. Уны Өфөгә пединститутҡа ебәреп, юғары белем алырға ла өгөтләйҙәр. Тик Сынтимер техниканы яҡыныраҡ итә — ул колхозда механик булып эш башлай. Хаҡлы ялға сыҡҡансы, ремонлаусы-технолог, инженер, баш энергетик булып эшләй. 
Мораҙымда Ғәли Ишмырҙин иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйырға ҡарар ителә. Ул — хәрби авиация кадрҙары әҙерләүгә баһалап бөткөһөҙ ҙур көс һалған, бик күп геройҙар, шул иҫәптән ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев кеүек кешеләрҙе тәрбиәләгән данлыҡлы осоусы. Ошондай данлыҡлы яҡташына һәйкәл-самолет ҡуйыуҙы Сынтимер Лотфрахман улы үҙ өҫтөнә ала. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан металл һынығы итеп тапшырылырға әҙерләнгән самолетты барып алып ҡайтырға ярҙам итәләр уға. Оҫта уны йыя. Ваҡыт әҙ, ун көндә өлгөрөргә кәрәк. Ауылдаштары оҫтаға, тиҙерәк булыр тип, йыйылған самолетты бетон йә тимер терәккә беркетергә кәңәш бирә. Алламорат ейәне: «Самолет булғас, осҡан ҡошто хәтерләтергә тейеш ул», — тип, колхоз гаражынан, Талбазылағы МСУ-нан кәрәкле материалдар табып, өйөрөлә торған терәк эшләй. Самолет ел ыңғайына, үҙ күсәре тирәләй әйләнерлек итеп беркетеп ҡуйыла. Оҫта, самолеттың пропеллерҙарын да әйләнә торған итеп эшләргә ниәтләй. Ләкин һәйкәлде тиҙерәк асырға кәрәк булғанға күрә, планының был өлөшөн тормошҡа ашырып өлгөрмәй. 
«Бәләкәй сағымда конструктор булырға ла хыялланғайным, — тип хәтерләй Сынтимер ағай. — Техника ремонтлау, төҙөү, ҡутарыу, үҙемсә эшләү ҡанымда бит». Конструктор булып китмәһә лә, уға үҙ самолетын яһау бәхете тейә. Был тимер ҡош бөгөн Мораҙым ауылы янындағы тау битләүендә, күккә атылған ҡош шикелле, ауылға килеүселәрҙе ҡаршылай һәм оҙатып ҡала. 

Азамат ӘБҮТАЛИПОВ.

http://kiskeufa.ru/

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *